Приветствуем гостей и посетителей нашего сайта!
Меню сайта
  • Главная страница

  • О Фонде

  • Мероприятия Фонда

  • Каталог статей

  • Обратная связь

  • Фотографии с мероприятий Фонда

  • Родственники Мажита Гафури

  • Филиал в городе Екатеринбурге

  • Услуги

  • Мини-чат
    Статистика

    Онлайн всего: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0
    Форма входа
    Главная » 2015 » Декабрь » 13 » В Нуриманоском районе прошел поэтический конкурс
    11:45
    В Нуриманоском районе прошел поэтический конкурс

    ӘҘӘБИӘТ – ХАЛЫҠТАР ДУҪЛЫҒЫ НИГЕҘЕ

     

           Район мәҙәниәт йортонда  ошо исем аҫтында әҙәбиәт, шиғриәт  һөйөүселәрҙең  район-ара  конкурсы уҙҙы.Бәйге үҙенә күрә  бөтә  Башҡортостан буйынса иғлан ителгән Әҙәбиәт йылына йомғаҡ  яһаны.Һәр яктың, һәр төбәктең үзенең күренекле шәхестәре бар. Шундай шәхестәребезҙең береһе - якташыбыҙ Зиннур Насибуллин.   Зиннур  Насибуллин  Бәләкәй Теңкәш ауылында ябай колхозсы ғаиләһендә донъяға килә. Ул бәләкәй  саҡтан уҡ  әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына.5-6 синыфта уҡығанда үҙенең беренсе яҙған шиғырҙарын мәктәп стена газеталарына урынлаштырып, сәхнәнән уҡып  тамашасыларҙы ҡыуандыра.Туған тел төшөнсәһе туған нигеҙҙән, туған йорттан, туған ауылдан башланған кеүек, беренсе шиғырҙары  ла туған яҡты, тормошто яратыу хисенән тыуғандыр, моғайын.Әҙәбиәткә, шиғриәткә булған ынтылышы уны Башҡорт Дәүләт Университетының филология факультетына алып килә.

           Авторҙың “Тәлгәштәр,“Ғәмдәр илендә” тигән әҫәрҙәре әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Конкурстың маҡсаты – йәш таланттарҙы табыу, уларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү, нәфис һүҙ, әҙәбиәткә. шиғриәткә ылыҡтырыу. Бәйгелә ҡатнашыусылар Зиннур Насибуллин шиғырҙарын йәки үҙебеҙҙең районыбыҙҙа йәшәүсе шағирҙарыбыҙҙың һәм үҙҙәре  иҗад иткән шиғырҙарҙы уҡыны. Инсценировка бәйгеһендә  һәр бер ҡатнашыусы яҡташ яҙыусыларыбыҙҙың әҫәре буйынса театрлаштырылған тамаша күрһәтте. Кисәлә шулай уҡ яҡташ яҙыусыларыбыҙҙың һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙар  яңғыраны.

            Йәш таланттарҙы абруйлы жюри - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, шағирә, прозаик, драматург күп йырҙар авторы Хәлисә Сәғит ҡыҙы Мөҙәрисова, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, журналист, Хәлисә Мәсғүт ҡыҙы Мөхәммәҙиева һәм М.Ғафури исемендәге фонд етәксеһе Люциә Ғафури –Камаева баһаланы.

    Проза номинацияһында еңеүселәр: Зөһрә  Маликова, Мәҙинә  Хисаева, Ғәлиә Сабирова. Яҡташ шағирҙарҙың шиғырын иң яҡшы ятлаусылар:А.Фәйрүзова, Гөлшат  Нургалиева,  Вильяна Абдрашитова. «Йәш шағир» номинацияһында еңеүселәр:Диана Ғабдрахманова, Гүзәлиә  Ғәлимова,  Руслан Ахуньянов. Үҙе ижад  иткән иң яҡшы шиғыр өсөн Дилара Кәримова бүләкләнде. Зиннур Насибуллиндың шиғырын оҫта ятлаусылар:Азалия Ғабдрахманова, Эльвина Шәмсетдинова,  Венер Мурзагулов, Анжела  Глимова.Театрлаштырылған тамашала еңеүселәр: С.Мифтахов исемендәге  халыҡ театры,  Яңы Күл  модель китапханаһы, Павловка  ауыл мәҙәниәт йортоноң “Аҡ тирмә” фольклор коллективы.Еңеүселәргә маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

     

    P,S. Инициатором и учредителем конкурса, который проходит в 4-й раз стал директор сельского лицея с. Байгильды Салават Ришатович  Исмагилов. Его отец первый директор этой знаменитой школы, ветеран Великой Отечественной войны, защитник Брестской крепости Исмагилов Ришат Салихович лауреат общественной премии имени Мажита Гафури. В школе большое значение придается воспитанию любви к литературе, родному языку, чтению книг. Частыми гостями школы бывают башкирские писатели и поэты. Было сделано предложение победителей районного конкурса имени З.Насибуллина направлять на конкурс "Мы читаем Мажита Гафури". 

    Раушания Нарбут

     

    Просмотров: 484 | Добавил: gafuri | Рейтинг: 5.0/1
    Всего комментариев: 0
    Имя *:
    Email *:
    Код *:
    Поиск
    Календарь
    «  Декабрь 2015  »
    ПнВтСрЧтПтСбВс
     123456
    78910111213
    14151617181920
    21222324252627
    28293031
    Архив записей
    Друзья сайта

    Copyright MyCorp © 2024 | Бесплатный конструктор сайтов - uCoz