Красноусол ҡасабаһы һәм Еҙем-Ҡаран ауылы халҡы ла бөгөн яҡташтарының иҫтәлегенә күркәм байрам ойошторҙо.
Бөйөк шағирҙың иҫтәлегенә арналған байрам район үҙәге Красноусол ҡасабаһында һәйкәлгә сәскә һалыуҙан башланды. Сараға республиканың билдәле әҙиптәре, журналистар йыйылды. Мәҙәниәт усағы алдында ойошторолған сәскәләр күргәҙмәһе бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Белем усаҡтары вәкилдәре йәйге биҙәктәр аша Мәжит Ғафуриҙың тормош юлын, ижади мираҫын күрһәтә.
Юбилей концерты «Торналар» бейеүе менән башланды. Был юҡтан түгел. Артабан сәхнәгә бәләкәй Мәжит ролен башҡарыусы малай сыҡты. Яңғыҙ ҡалған ҡош уға ҡаурый бүләк итте. Ижадҡа һөйөү уятты.
Был йырҙы тамашасылар баҫып тыңланы. Мәжит Ғафуриҙың «Үҙем һәм халҡым» шиғыры әле лә кешелекте алға әйҙәүсе гимн булып яңғырай. Байрам концертынан һуң ҡуныҡтар Еҙем-Ҡаран ауылына юлланды. Халыҡ шағиры исемен йөрөткән музей экспонаттары ла барыһын да ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Музей етәксееге белдереүенсә, был йорттан халыҡ бер ҙә өҙөлмәй.
Төп тамаша Ғафури исемен йөрөткән паркта ойошторолдо. Унда шиғриәт һөйөүселәрҙе шағир ижад иткән геройҙар ҡаршыланы. Ҡәләм оҫтаһының бала сағы ла тап ошо ерҙә үткән, яҡында ғына уның тыуған йорто булған. Хәҙер был урын үҫеп килгән быуынға рух өҫтәүсе биләмә һанала.
Ҡаран шишмәһе сылтыр-сылтыр аҡҡан кеүек ваҡытты ла туҡтатып булмай. Ләкин йылдар уҙған һайын шағирҙың бөйөклөгө, уның әҙәби мираҫына иғтибар арта ғына. Тыуған илен, ерен данлаусы әҙип халыҡ күңелен мәңгелеккә арбаған.
Гөлназ Хәйбуллина
http://tv-rb.ru/bash/novosti/m-ni-t/bash-ortostandy-khaly-sha-iry-m-zhit-afuri-y-tyuyuyna-135-yyl-tulyu-ay-anly-respublika-t-b-kt-rend-yu/?sphrase_id=130779