01.08.2015
БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ТӘҮГЕ ХАЛЫҠ ШАҒИРЫ МӘЖИТ ҒАФУРИҘЫҢ ТЫУЫУЫНА 135 ЙЫЛ
Ошо айҡанлы Өфөлә әҙип исемен йөрөткән мемориал йорт-музей алдында шәхес ижадына арналған шиғри марафон үтте. Унда Ҡаҙағстан һәм Белоруссия ҡунаҡтары ла сығыш яһаны.
Денис Мансуров Өфөгә Саҡмағош районынан ҡанатланып килеп еткән. Бөйөк шағирҙың тыуған көнөнә арналған шиғри марафонда ҡатнашыуҙы ул ҙур мәртәбәгә тиңләй. Байрамда ҡатнашыусылар Мәжит Ғафури ижадынан яратҡан шиғырҙарын һөйләне.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева бөйөк шағир исемен йөрөткән театрға 30 йылға яҡын ғүмерен арнай. Талантлы актриса бала саҡтан уҡ Мәжит Ғафуриҙың әҫәрҙәрен яратып уҡый.
Шағирҙың йорт-музейының тарнихы ла ҡыҙыҡлы. Был йортто уға халыҡ шағиры исеме бирелгәс бүләк итәләр. Ошонда ул «Ҡара йөҙҙәр», «Тормош баҫҡыстары» һәм башҡа әҫәрҙәрен ижад итә.
Мәжит Ғафуриҙың исемен мәңгелләштереү, әҫәрҙәрен халыҡ күңелендә ҡалдырыу буйынса республикала әүҙем эш алып барыла. Уның шиғриәте төрлө телдәргә тәржемә ителә, әҙәби конкурстар даими ойошторолоп тора. Ауыл-ҡалаларҙа ла шәхес исемен йөрөткән урамдар күп.
Яңыраҡ баш ҡалала ҡуйылған һәйкәлде генә алайыҡ. Унда ла Мәжит Ғафуриҙың «Үҙем һәм халҡым» шиғырынан өҙөк килтерелә. Әҙәбиәт йылында был, әлбиттә, шиғриәт һөйөүселәр өсөн ҙур бүләк.
Гөлназ Хәйбуллина
http://tv-rb.ru/bash/novosti/m-ni-t/bash-ortostandy-t-ge-khaly-sha-iry-m-zhit-afuri-y-tyuyuyna-135-yyl/?sphrase_id=130768
|