Приветствуем гостей и посетителей нашего сайта!
Меню сайта
  • Главная страница

  • О Фонде

  • Мероприятия Фонда

  • Каталог статей

  • Обратная связь

  • Фотографии с мероприятий Фонда

  • Родственники Мажита Гафури

  • Филиал в городе Екатеринбурге

  • Услуги

  • Категории раздела
    Филиал в г. Екатеринбурге [0]
    Екатеринбургское региональное общество имени Мажита Гафури (филиала «Гафури XXI век»).
    Мои статьи [112]
    Мини-чат
    Статистика

    Онлайн всего: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0
    Форма входа
    Главная » Статьи » Мои статьи

    “Өҙөлгән төш…” (Яратҡан яҙыусым Мәжит Ғафури менән төшөмдә көтөлмәгән осрашыу- һөйләшеү)

    Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы

                              Йыйып ҡарағанда, улай бик ҙур
                                            Төҫлө түгел ғүмерем йомғағы,
                                          Һүтеп ҡарағанда, саҡ күренә
                                          Уның бер яғынан бер яғы…
                                                                      
                                                                          Мәжит Ғафури.
                                          

     

                          "Өҙөлгән төш…”
              (Яратҡан яҙыусым Мәжит Ғафури менән төшөмдә
                              көтөлмәгән   осрашыу- һөйләшеү)
     
      " Һүҙҙәрҙең  ҡиммәтлеһе- заман үтеү менән онотолмай торғаны” 

                                                                                   Р.Фәхретдинов.

     

                                                                              
    Өфө ҡалаһы Октябрь районы 84-се Татар  гимназияһының  
    9-сы синыф уҡыусыһы ?1бдр1хм1нова Илнараны5 эше.
    Етәксеһе:
    башҡорт теле уҡытыусыһы Үтәева Мәүзилә Фәйзулла ҡыҙы
     
                                  
                                                                                        Өфө-2012
                    
     Таштар яра торған йөрәгем бар…

                                                                         М. Ғафури.

     

    …Ошо юлдарҙы уҡып сыҡҡандан һуң, ул ниндәй таш ярырлыҡ йөрәк була икән ул?- тигән уйҙар менән  йоҡларға яттым. Бер аҙ үткәс, көнө буйы арып йөрөгәндән һуң, ҡаты йоҡоға киткәнмен.
    Төш…
    Эргәмә оло йәштә, бик уйсан, күҙҙәрен дә бер аҙ һағыш та бар, хәстәрлекле ҡарашлы олатай килеп ултырҙы.
    Бәй,  Һеҙ кем?
    Йөҙөгөҙ миңә яҡын кешем кеүек таныш…
    Мәжит олатай үҙе, миңә килгән…
    Минең китаптарымды яратып уҡыйһың, әммә ҡайһы бер  һине борсоған һорауҙарың бар бит, бәлки, ул  һорауҙарыңа мин үҙем яуап бирермен, мин дә һиңә һорауҙар менән килдем…
    Минең турала нимәләр беләһең һуң?..
    Һеҙҙең ижади мираҫығыҙ ҙа яҡты яҙмышлы, халыҡ тормошонан айырылғыһыҙ булған. Замандың иң етди һынауын үтеп, ул бөгөн дә кешеләрҙең аңын тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай.
    Утыҙынсы йылдар башында  әҙәбиәттең киләсәге тураһында борсолоп:
    Был ҡылысты минән кем алыр?
    Һуғыш майҙанына кем сығыр,
    Минең урыным тотоп кем ҡалыр?...- тип яҙғанһығыҙ.
    Әлбиттә, Һеҙҙең быуын ҡалдырған эстафета бөгөн ышаныслы ҡулдарҙа.
    Һәр дәүерҙең сейле- бешле тел оҫталары булған кеүек , хәҙерге көндә лә төрлө-төр-лө–һө-ө-ө бар…
    Башҡорт рухы, башҡорт төҫө булғадар һирәк әлбиттә, улар халыҡ кешеләре, ә  ҡалғандары ”яһалма атҡаҙанғандары” бик күптәр.
    Тағы ла минең илемдә ниндәй үҙгәрештәр бар һуң?- ҡыҙым, тип һорай ҡуйҙы.
    Һеҙ яратҡан хозур тәбиғәтле башҡорт ере, һоҡланған башҡорт ҡыҙының толомо тураһында әйтә алам.
    Башҡорт еҫе аңҡыған ерҙәрҙе сит ерҙәргә һатып бөтөп баралар…
    Башҡорт ҡыҙҙарының толомдарын бик ҡыйбат хаҡҡа һатып ала башлағастар, һәр "киң күңелле” йәш ҡыҙҙар ихласлыҡтарын күрһәтеп, сәс һатып көн күрәләр…
    Ҡуранан күп сыҡма, бүре ҡабыр!- тигән инегеҙ. Ул бүреләрҙең беҙҙең дәүерҙә шул тиклем үрсеп, башҡортомдың тағы ҡамауҙа ҡалыуын ҡайҙан күрҙегеҙ ҙә, ҡайҙан белдегеҙ һуң?- Мәжит олатай
    "Ижадығыҙҙың башланғыс осоронда һеҙҙең,  халыҡты аң-белемгә, мәғрифәткә ылыҡтырыу юлы менән бәхетле итергә мөмкин”- тигән ҡарашта торғанһығыҙ.
    Эйә, халыҡ хәҙер белемле, аңлы, ер йөҙөнөң үҙгәрешен күреп үҙем хайран ҡалдым. Әммә, ләкин халыҡтың рухи яҡтан бәхетһеҙ, түбән, иманһыҙ булыуын күреп күңелкәйҙәрем рәнйене…
    Милләт хәле-һыуға төшкән тоҙҙай иреү
    Башлаусы юл башлығы булмағанда…
    тип 100 йыл элек киҫәттем бит – тип, көрһөнөп, уйға ҡалды ла, бик оҙаҡ ултырғандан һуң, әйтеп ҡуйҙы…
    Ҡәҙерҙәре бөткән нәмәләрҙе
    Ергә күмеп, өҫтөн ябалар...

    Ғәҙәттә, һеҙ ҡатынығыҙ менән сәйейетбабаларҙың Теләпәй-Үләтле йәйләүен үҙ итә торған булғанһығыҙ. Йәйләүгә килеп урынлашыу менән  үҙегеҙ менән алып  килгән ҡыҙыл туҡыманы флаг яһап, йәйләү эргәһенән генә аҡҡан Мәндем йылғаһын кисеп сығып, ҡаршылаға урман менән ҡапланған тауға күтәрелеп һәм айырыбылыраҡ торған ҡеүәтле ҡарт ҡарама башына уны элеп ҡуйыр булғанһығыҙ. Ҡатынығыҙ: " Юҡ менән булашма, кеше аптыратма, - тип ҡараһа ла, һеҙ: " Һин ни һөйләйһең, Зөһрәкәйем. Таң һайын бит ул йәйләүҙәгеләргә ҡояш нурҙарына мансылып, йылмайып ҡаршы аласаҡ, киләсәккә, матур тормошҡа әйҙәп, илһамландырып торасаҡ,- тип  кире ҡаҡҡыһыҙ яуабығыҙҙы бирер булғанһығыҙ.”

    Тимәк, һеҙ үҙегеҙҙең ялҡынлы шиғырҙарыҙ менән генә түгел, хатта ябай халыҡты үҙегҙҙең эс кисерештәрегеҙ,  эштәреҙ аша өмөт, ышаныс, ынтылыш һәм берҙәмлеккә саҡырыуыҙ булғандыр… тигән уй килә.  Шул уҡ ваҡытта халыҡҡа булған оло хөрмәт күрһәткесе булғандыр был?..
    Бәлки, шулайҙырҙа…Мин халҡымды сикһеҙ яраттым, оло хөрмәт менән йәшәнем.
    Оло тормош юлын һинең юлдашсыларыңа ҡарап баһалайҙар тигән боронғолар.
    Ысынлап та, һеҙҙең  яҡын аралашыусы бөйөк уҡытыусы Зәйнулла Рәсүлев, Ә.Вәлидиҙәрҙең тәрән күңелен дә, тормош юлында шаҡтай матур бураҙналар һалынғандыр инде?
    1907 йыл тирәһендә Ә.-З. Вәлиди менән бер нисә тапҡыр осраштым. Көҙән ауылыда Ә. Зәкиҙәрҙә лә бер нисә тапҡыр булдым. Был турала Вәлиди үҙе лә яҙғайны:
    ” Мәжит шиғырҙарын уҡыны, әсәйем менән атайым ҡәнәғәтләнеп тыңланы, -тип хәтерләй был хаҡта Ә.Вәлиди.”
    Башҡортостан өсөн көрөшеүселәр менән аралашыу,  фекер алышыу, дөрөҫ юлды табыу хаҡында, халыҡтың ауыр тормошо, ғәҙелһеҙлек, кеше сифаттарының тапалыуы киң сағылыш тапҡан әҫәрҙәрегеҙҙә.
    "Инҡилап” тигән алты юллыҡ шиғырығыҙҙа ябай, халыҡсан. Ҡыл иләккә мөрәжәғәт иткәнһегеҙ. Ни өсөн? Ошо юлдарын аңлатып бирегеҙ әле.
    Революция- ул ысын ынйыларҙы-ҡомдан, иманлыларҙы-яуыздарҙан, ҡаһарман көслөләрҙе-көсһөҙ ҡурҡаҡтарҙан айырып ала торған ҡыл иләк ине.
    Һүҙҙәрҙең ҡиммәтлеһе заман үтеү менән онотолмай торғаны…
    Эйе, 130 йыл үтеүгә ҡарамаҫтан  һеҙҙең әйткән фекерҙәрегеҙ, теләгән теләктәрегеҙ тормошта һаман урын алыуы, алдашып, ришүәт алып, халыҡты талап байыған " кисәге” һәм  " бөгөнгө” тормош хужаларына киҫкен талап, янау һүҙҙәргеҙ менән мөрәжәғәт иткән ”Хисап көнө” кеүек шиғри-хат,  ғәҙелһеҙлек,  милләт яҙмышы борсоған.
    Ябайлыҡта- бөйөклөк тигән боронғолар.
    …Бер аҙым алға баҫам да
    Әйләнәм мин артыма.
    Ҡайҙа баҫҡандар икән, тип
    Күҙ һаламын халҡыма…
    Туған халҡыбыҙ бөгөнгө көндә уңыштарынан башҡа күп яңылышлыҡтар, халҡымдың мираҫын, телен, ерен һаҡлау икенсе урынға күсеүен күрәһегеҙ бит инде,   ул турала  ни әйтер инегеҙ…
    Һеҙ, белемлеһегеҙ, үҙ яҙмышығыҙ үҙ ҡулығыҙҙа, бәхет, киләсәк өсөн көрәшеү кәрәк, барыһына ла риза булып йәшәү ул,  тимәк киләсәктең иртәнге көнө юҡ тигәнде аңлайым.
    Үҙегеҙ йәшәгән батшалыҡ режимына ҡаршы әйтергә ҡурҡыныс йылдарҙа Һеҙ мәҫәлдәр аша, тәнҡит һүҙҙәрегеҙҙе әйтергә, заман типтарын хайуан, йыртҡыс йәнлек образдары аша һынландырырға ла мәжбүр булғанһығыҙ.  " Януарҙарға килгән үләт”,           "Һарыҡты кем ашаған”,” Ишәк”, ” Ике себен”  кеүек мәҫәлдәрегеҙ бөгөнгө көн өсөн яҙылған әҫәрҙәр кеүек.
    Мин һеҙҙең яуабығыҙға:
    " Юҡтырһың да, алла! Әгәр булһаң,
    Сабыр итмәҫ инең был эшкә…”
    Беләһеңме, туғаным, мин һинең  һорауҙарыңды ихлас тыңланым, ҡайһы берҙәренә яуаптарҙа бирергә тырыштым, әммә ләкин тормошта ҡайһы саҡта ҡыйыулыҡ, төплө , аҡыллы үҙ аллы фекерең булһа ла бик урынлы була. Шуға күрә,  ҡыҙым, һин бит күп уҡырға яратаһың, уҡы, уҡы, уҡы… тигән һүҙҙәрҙе әйтте лә, тағыла ниҙер әйтергә уйлап, минең яныма боролоп килде…
    Әсәйемдең яғымлы тауышы Мәжит олатайҙың  һөйләшеүен бүлдерҙе…
    Әлбиттә, мин киләсәктә Мәжит Ғафури тураһында тағы ла күберәк уҡып өйрәнәсәкмен, уның тормошоноң билдәһеҙ биттәрен асыу өсөн булышлыҡ итәсәкмен. Мин бит киләсәк быуындың бер сатҡыһы, бер йәне бит…
     
    Категория: Мои статьи | Добавил: gafuri (27.01.2013)
    Просмотров: 1878 | Рейтинг: 5.0/1
    Всего комментариев: 0
    Имя *:
    Email *:
    Код *:
    Поиск
    Друзья сайта

    Copyright MyCorp © 2024 | Бесплатный конструктор сайтов - uCoz