Приветствуем гостей и посетителей нашего сайта!
Меню сайта
  • Главная страница

  • О Фонде

  • Мероприятия Фонда

  • Каталог статей

  • Обратная связь

  • Фотографии с мероприятий Фонда

  • Родственники Мажита Гафури

  • Филиал в городе Екатеринбурге

  • Услуги

  • Мини-чат
    Статистика

    Онлайн всего: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0
    Форма входа
    Главная » 2015 » Декабрь » 5 » 01.08.2015
    22:10
    01.08.2015

    01.08.2015

    БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ТӘҮГЕ ХАЛЫҠ ШАҒИРЫ МӘЖИТ ҒАФУРИҘЫҢ ТЫУЫУЫНА 135 ЙЫЛ

    Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 135 йылОшо айҡанлы Өфөлә әҙип  исемен йөрөткән мемориал йорт-музей алдында шәхес ижадына арналған шиғри марафон үтте.  Унда Ҡаҙағстан һәм  Белоруссия ҡунаҡтары ла сығыш яһаны.  

    Денис Мансуров Өфөгә Саҡмағош районынан ҡанатланып килеп еткән. Бөйөк шағирҙың тыуған көнөнә арналған шиғри марафонда ҡатнашыуҙы ул ҙур мәртәбәгә тиңләй. Байрамда ҡатнашыусылар Мәжит Ғафури ижадынан яратҡан шиғырҙарын һөйләне. 
    Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева бөйөк шағир исемен йөрөткән театрға 30 йылға яҡын ғүмерен арнай.  Талантлы актриса бала саҡтан уҡ  Мәжит Ғафуриҙың әҫәрҙәрен яратып уҡый. 
    Шағирҙың йорт-музейының тарнихы ла ҡыҙыҡлы. Был йортто уға халыҡ шағиры исеме бирелгәс бүләк итәләр. Ошонда ул  «Ҡара йөҙҙәр», «Тормош баҫҡыстары» һәм башҡа  әҫәрҙәрен ижад итә. 
    Мәжит Ғафуриҙың исемен мәңгелләштереү, әҫәрҙәрен халыҡ күңелендә ҡалдырыу буйынса республикала әүҙем эш алып барыла. Уның шиғриәте төрлө телдәргә тәржемә ителә, әҙәби конкурстар даими ойошторолоп тора. Ауыл-ҡалаларҙа ла шәхес исемен йөрөткән урамдар күп. 
    Яңыраҡ баш ҡалала ҡуйылған һәйкәлде генә алайыҡ. Унда ла Мәжит Ғафуриҙың «Үҙем һәм халҡым» шиғырынан өҙөк килтерелә. Әҙәбиәт йылында был, әлбиттә, шиғриәт һөйөүселәр өсөн ҙур бүләк.
    Гөлназ Хәйбуллина

     

    http://tv-rb.ru/bash/novosti/m-ni-t/bash-ortostandy-t-ge-khaly-sha-iry-m-zhit-afuri-y-tyuyuyna-135-yyl/?sphrase_id=130768

    Просмотров: 79 | Добавил: gafuri | Рейтинг: 5.0/1
    Всего комментариев: 0
    Имя *:
    Email *:
    Код *:
    Поиск
    Календарь
    «  Декабрь 2015  »
    ПнВтСрЧтПтСбВс
     123456
    78910111213
    14151617181920
    21222324252627
    28293031
    Архив записей
    Друзья сайта

    Copyright MyCorp © 2017 | Бесплатный конструктор сайтов - uCoz